Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2025, 06:44

Өфөлә "UramBairam" үтәсәк

Ул "Арт-квадрат"та 13 сентябрҙә уҙасаҡ. 

Өфөлә "UramBairam" үтәсәкӨфөлә "UramBairam" үтәсәк
Өфөлә "UramBairam" үтәсәк

 Программаһында 3х3 баскетболы, чирлидинг, фиджитал буйынса ярыштар, брейк-данс баттлын уҙғарыу ҡаралған. 

Фестивалдә «Динамо» баскетбол клубының яңыртылған составының, «Уфимец» БК командаһының презентацияһы үтәсәк. Ҡунаҡтар автограф - һәм фотосессиялар ваҡытында спортсылар менән аралаша, шулай уҡ баскетболсылар менән әүҙемлектә ҡатнаша ала.

Сарала диджейҙар, кавер төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.

Фестиваль 17.00 сәғәттә асыла. Баскетбол буйынса финал уйындары — 17.30 сәғәттә, музыкаль коллективтарҙың сығыштары 19.00 сәғәттә (6+) башлана.

Инеү һәм атнашыу бушлай.

Инфографика: фестивалдең ойоштороу комитеты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас