Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2025, 06:06

Мутлашыусылар «Башэлектросбыт» хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итә

Енәйәтселәр халыҡҡа мессенджерҙар аша шылтыратып, иҫәпләү приборҙарын алмаштырыу өсөн электрон сиратҡа яҙылырға кәрәклеген хәбәр итә. Бының өсөн улар СМС-кодты әйтеүҙе һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүҙе һорай.

Мутлашыусылар «Башэлектросбыт» хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итәМутлашыусылар «Башэлектросбыт» хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итә
Мутлашыусылар «Башэлектросбыт» хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итә

Код ярҙамында аферистар Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтығыҙға инә һәм мәғлүмәттәрегеҙҙе белә ала.

✅ «Башэлектросбыт» хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мессенджерҙар аша шылтыратмай. Улар клиенттар менән бары тик иҫәпләү приборҙарын алмаштырыу ваҡыты менән көнөн аныҡлау өсөн элемтәгә сыға – СМС-кодтар һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе һорамай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас