

Бында армия ҡул һуғышы, фиджитал спорты, дрон ярыштары, страйкбол уйындары, практик атыу дәрестәре, БПЛА һәм тактик медицина буйынса курстар, шулай уҡ парашют-десант әҙерлеге алып барыласаҡ.
"Оборона йәмғиәтенең күләмле эшен тергеҙеүҙе хәрби-ғәмәли һәм техник спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙа, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек, армия хеҙмәтенең абруйын күтәреү маҡсатында бушлай түңәрәк эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙә күрәбеҙ», — тип аңлатты Нурмөхәмәтов.