

Ә ҡышҡылыҡҡа сөгөлдөр салаты ошолай әҙерләнә:
✔ 3 кг сөгөлдөрҙө эре ҡырғыста ҡырабыҙ;
✔ 3 аш ҡалағы шәкәр,
✔ 2 аш ҡалағы тоҙ,
✔ 200 мл еҫһеҙ көнбағыш майы,
✔ 3 аш ҡалағы 9% һеркә (уксус) һалып,
болғата-болғата талғын ғына утта 30 минут бешерергә.
Унан стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябып, баштүбән әйләндерергә һәм ҡалын юрған менән ҡапларға.
Бер тәүлектән һуң баҙығыҙға төшөрөп ултыртһағыҙ ҙа була!
Ял көндәрендә эшләп ҡуйығыҙ, дуҫтар!
Фото: Т. АМАНОВ.