Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2025, 09:00

Ә һеҙ ниндәй төҫтәге еләк-емеш ашарға яратаһығыҙ?

Баҡһаң, уларҙың төҫтәренә ҡарап, организмыбыҙҙың ҡайһы ағзаһына ярҙам итеүен белә алабыҙ.

Ә һеҙ ниндәй төҫтәге еләк-емеш ашарға яратаһығыҙ?Ә һеҙ ниндәй төҫтәге еләк-емеш ашарға яратаһығыҙ?
Ә һеҙ ниндәй төҫтәге еләк-емеш ашарға яратаһығыҙ?

Йәшел төҫтәге йәшелсәләр (салат, брокколи), мәҫәлән, баш мейеһен туҡландыра, әүҙемлекте арттыра.

Һары йәшелсә-емеш (лимон, алма, ананас) – ашҡаҙан эшмәкәрлеген, аппетитты яҡшырта, токсиндарҙы сығара.

Ҡыҙғылт-һары төҫтәгеләр (кишер, ҡабаҡ, мандарин, әфлисун, хөрмә) – нервларҙы тынысландыра, кәйефте күтәрә, баш ауыртыуын баҫа.

Зәңгәр төҫтәгеләр (слива, виноград) – күреү һәләтен яҡшырта, ҡан тамырҙарын таҙарта.

Ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә-емештәр (ҡыҙыл сөгөлдөр, помидор, борос) – ҡан йөрөшөн яҡшырта, эшкә һәләтлекте арттыра.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас