Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2025, 07:34

Районға миллионлап һалым түләнәсәк

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ предприятиеһын Әбйәлил районы биләмәһендә рәсми рәүештә теркәне. Был яңылыҡтың район өсөн әһәмиәте ҙурмы?


Иҡтисади яҡтан файҙаһы тураһында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Латипова бәйән итте:

— «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең район биләмәһендә  тер­кәлеүе мөһим. Был урындағы ҡаҙнаның килем базаһын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк.
Билдәле булыуынса, муниципалитет­тың тупланма бюджетының үҙ килемдәренең 70 проценттан ашыуын физик шәхестәрҙең килеменә һалым тәшкил итә. Яңы эш урындарынан ҡаҙнаға өлөш сыға – һәр хеҙмәткәрҙең эш хаҡының 13 проценты  тотола. Шул рәүешле, яңы предприятие район халҡы өсөн эш урындары булдырып, туранан-тура бюджетты тулыландырасаҡ.
Бынан тыш, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу башланған осраҡта, пред­приятие мөлкәткә һәм ергә һалым түләйәсәк. Ер һалымы 100 процент күләмендә компания  урынлашҡан ауыл биләмәләре бюд­жет­тарына күсерелә, был иһә уларға төрлө мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам буласаҡ.
Район хакимиәтенең финанс ида­ралығы  «Салауат»  йәмғиәтен перспек­тивалы һалым түләүсе булараҡ баһалай. Шулай уҡ компанияның район менән социаль партнерлыҡ сиктәрендә үҙ-ара хеҙ­мәт­тәшлек итеүе – ыңғай күренеш. Пред­приятиеның тотороҡло эшләүе һәм һалым йөкләмәләрен үтәүе  – Әбйәлил районының социаль һәм коммуналь инфра­струк­тураһын үҫтереү буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. “Салауат” ЯСЙ-һы районда ике объектты эшләй: Буранғол мәктәбенең интернатын капиталь ремонтлай башланы һәм “Ирәндек” балалар ял лагерында заманса спорт майҙансығы төҙөй. Әйткәндәй, ул ошо көндәрҙә асыла. 
Ҙур предприятие урындағы ҡаҙнаға 250 миллион һум һалым түләүҙән тыш, Башҡортостан Республикаһы һәм фе­дераль бюджетҡа ла табышҡа һалым, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым күсерәсәк. Был аҡса илде һәм төбәкте үҫтереү өсөн файҙаланыласаҡ, уларҙың бер өлөшө муниципалитеттарға дота­циялар, суб­сидиялар һәм федераль, республика программаларын финанслау рәүешендә ҡайтасаҡ.

Читайте нас