

Артабан ҡорбанға уның дәүләт платформаһындағы йәки банктағы аккаунтына таныш булмаған ҡоролманан инергә маташыуҙары тураһында белдереү килә. Хәбәрҙә паролде фишинг һылтанмаһы буйынса үҙгәртергә тәҡдим итәләр. Ошо һылтанма аша үтеп, үҙеңдең мәғлүмәттәреңде индерһәң, мәғлүмәт шунда уҡ мутлашыусылар ҡулына эләгә.
Яҙмала элемтәгә инеү өсөн мутлашыусыларҙың телефоны булыуы ла ихтимал. Уларға шылтыратһаң, икенсе иҫәпкә аҡса күсереүҙе талап итәсәктәр.
Енәйәтселәр йыш ҡына үҙҙәрен төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре тип таныта, әммә дәүләт органдары бер ҡасан да кешеләр менән мессенджерҙар аша элемтәгә инмәй һәм шәхси мәғлүмәттәр һорамай.