Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2025, 10:30

1,5 миллиард һум – федераль грант

Өс йылда Башҡортостанда 403 проект дөйөм 1,5 миллиард һумға федераль грант ярҙамын алған.

1,5 миллиард һум – федераль грант1,5 миллиард һум – федераль грант
1,5 миллиард һум – федераль грант

Республика йыл һайын «Студент стартаб»ы конкурсы буйынса бирелгән ғаризаларҙы ҡабул итеү һаны менән Рәсәйҙең 5 төп төбәге араһына инә.

2024 йылда был конкурсҡа 418 ғариза бирелгән, 126 проект ҡабул ителгән. 2025 йылда 800-ләгән ғариза булған.

Оперативкала Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге 2021 йылда төҙөлгән. Был үҙәктең эше хаҡында ойошма директоры Руслан Шәймөхәмәтов һөйләп үтте.

– 2024 йылда Башҡортостанда 143 проект эше хупланған, инновация проекттарын үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан 381 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл 875 ғариза федераль грант конкурсына ебәрелгән, – тине директор.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас