

✔ Әгәр ул изге ғәмәлде ниәтләп, уны ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уға 10-дан алып 700-гә ҡәҙәр һәм унан да күберәк изге ғәмәл ҡылғандай яҙыр.
✔ Ә ҙә берәү насар ғәмәл ҡылырға ниәтләһә, әммә үҙенең ихтыяры менән уны ҡылмаһа, уға Аллаһы Тәғәлә 1 изге ғәмәл ҡылған кеүек яҙып ҡуйыр.
✔ Әгәр ул ниәтләгән насар ғәмәлен ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уға 1 насар ғәмәл ҡылған кеүек яҙып ҡуйыр. Һәр беребеҙгә хәйерле ғәмәлдәр ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ризалығында һәм мәрхәмәтендә йәшәргә яҙһын. Изге уй-ниәттәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Ғүмер юлыбыҙға иманлы, изге күңелле кешеләр генә күберәк осраһын, насар уй-ниәтлеләр урап уҙһын. Ҡан-ҡойоштар туҡтап, илебеҙ тынысланып, күк йөҙөбөҙ аяҙ, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, ҡәҙерле кешеләребеҙ, туғандарыбыҙ , ҡорған ғаиләбеҙ менән татыу, бәхетле ғүмер итергә, тәүфиҡлы, иманлы балалар үҫтерергә насип итһен. Яугирҙарыбыҙға дошманды еңеп, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ.