Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Августа 2025, 07:00

Ейәнсуранан Шәмсиә апайҙың бүләк отоу сере

Үткән аҙнала Лилиә Буранғолова  редакциянан әсәһе отҡан саң һурҙырғысты килеп алғайны, был аҙнала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Яҙыл да, бүләк от!” уйынында отҡан ноутбукты алып ҡайтып китте.

Ейәнсуранан Шәмсиә апайҙың бүләк отоу сереЕйәнсуранан Шәмсиә апайҙың бүләк отоу сере
Ейәнсуранан Шәмсиә апайҙың бүләк отоу сере

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Шәмсиә Буранғолова бик даланлы булып сыҡты. Отош уйындарында бүләк отмай ҡалғаны юҡ! «Йәшлек» гәзитенең икенсе ярты йыллығына яҙылып, редакция үткәргән отошта саң һурҙырғыс отҡайны, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Яҙыл да, бүләк от!” уйынында ноутбуклы булды. Был бүләктәрҙән тыш, уның ҡаҙан, вентиляр отҡаны ла бар. «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙылып та, стена сәғәте, футболка, салат һауыты, сәйнүк кеүек бүләктәр отҡан.

– Әсәйем “Йәшлек” гәзитен ғүмер буйы алдыра. Һуңғы өс йылда бүләктәр  ота башланы. Ноутбук отҡанға ышанып бөтөп булмай, бик ҡыуаныслы. Компьютер бик тә кәрәк ине. Яңыраҡ ҡына  атайым, компьютер алырға кәрәк, тип кенә  йөрөй ине. Хәҙер ноутбуклы булғас,  уйлап торорға кәрәкмәй, – ти Шәмсиә апайҙың ҡыҙы Лилиә Буранғолова бүләкте килеп алған саҡта.

– Бүләк отоуығыҙҙың берәй сере бармы? – тип һораныҡ Шәмсиә апайҙан.

– Гагарин шикелле осоп бар,

Титов шикелле осоп ҡайт,

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим, – тип квитанцияларҙы әйтеп ебәрәм. Әллә шулай әйтеүҙең ғилләһе бар инде, отам да ҡуям. Үҙемә лә уйын ҡыҙыҡ. Кемдәр отҡанын да ҡарап барам.

Гәзитте «Ленинсы» сағынан уҡ алдырам. «Йәшлек»те ҡунаҡ килгән кеүек көтөп алам. Һәр бер материалды ентекләп уҡып сығам, кроссвордты ла сисәм.

Балалар бәләкәй саҡта кескәйҙәр баҫмаларын да яҙҙырта торғайныҡ. Әле «Йәшлек», «Ейәнсура таңдары», «Мораҙым», «Кугарчинские вести» гәзиттәренә яҙылабыҙ, – ти Шәмсиә апай.

Шәмсиә һәм Рафаэль Буранғоловтар сығышы менән Күгәрсен районынан. Улар бергәләп ике ҡыҙ – Лилиә менән Розалияны оло тормош юлына баҫтырған. Рафаэль ағай – быраулаусы, Шәмсиә апай тегенсе, балалар баҡсаһында ашнаҡсы ярҙамсыһы, тәрбиәсе ярҙамсыһы ла булып эшләгән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Үҙҙәре Ейәнсура районында йәшәһә лә, һаман да Күгәрсен районы гәзиттәрен дә алдырмай ҡалмайҙар.

Шундай тоғро дуҫтарыбыҙ булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас