

Октябрьский ҡалаһынан берәү үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштырып, иптәштәре менән бергә бер ир кешене урлай. Уны көсләп алып китеп, ныҡ итеп туҡмайҙар, аяғын йәрәхәтләйҙәр, ҡолағын бысаҡ менән ҡырҡып алалар.
Был ҡанһыҙ әҙәмгә Туймазы ҡалаһында хөкөм ҡарары сығарылды, ул үҙенең ғәйебен танымай, хәл арттырып күрһәтелгән,ти. Ул урлауҙа һәм кеше һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Ҡәбәхәт ир 9 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итәләр, ул суд залында һаҡ аҫтына алына.
Фото: Т. АМАНОВ.