Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Август 2025, 06:34

Фән заман менән бергә атлай

Башҡортостанда фән түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫә: Өфөлә донъя кимәлендә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге барлыҡҡа килеүе, ғалимдарға һәм йәш ғалимдарҙың эштәренә грант ярҙамы, башҡорт юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу, ғилми-техник тармаҡтың үҫешенә йүнәлтелгән Дәүләт комитетын төҙөү. Башҡортостан өсөнсө йыл инде ил төбәктәренең ғилми-технологик үҫеше буйынса Милли рейтингыла иң яҡшы унау араһына инә: 2021 йылда республикабыҙ дүртенсе урынды алһа, һуңғы ике йылда һигеҙенсе урынды тотороҡло тотоп тора. Башҡортостан, ғилми-технологик эш буйынса етәкселәр институтын үҫтереү һәм тармаҡта комплекслы төбәк дәүләт программаларын әҙерләү буйынса юғары потенциалға эйә булараҡ, Рәсәйҙең пилот төбәге итеп һайлап алынды.

Фән заман менән бергә атлайФән заман менән бергә атлай
Фән заман менән бергә атлай

Программалар, лабораториялар, федераль ярҙам

Башҡортостан Хөкүмәте рес­публиканың ғилми-технологик үҫеше тураһында дәүләт про­граммаһын раҫланы. Уға фо­тоника, микроэлектроника, авиация, химия сәнәғәте, биотехнология, медицина һәм IT-индустрия кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр инә. Ғалимдарҙың, юғары мәктәп уҡытыусыла­рының һәм сәнәғәт белгес­тәренең ғилми эшмәкәрлеген һөҙөмтәле ойоштороу өсөн БР Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан 20 пилот төбәк араһында 2030 йылға тиклем ғилми-техник үҫештең комплекслы програм­маһын төҙөнө. Беҙҙә шулай уҡ фән һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса фе­дераль проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Республикабыҙҙың дүрт ҙур юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәү­ләт медицина, Өфө дәүләт нефть-техник, Өфө фән һәм тех­нологиялар һәм Баш­ҡорт дәүләт аграр университеттары – «Приоритет – 2030» про­граммаһының төп этабына индерелгән. Был исемлектә тәүге тапҡыр булған аграр университетҡа айырым иғти­бар бүленә.

Евразия ғилми-мәғариф үҙәге баһаларлыҡ ҡаҙаныштарын һәм ышаныслы үҫешен күр­һәтә. 2022 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса ул Рә­сәйҙең шундай 15 үҙәге ара­һында лидерҙар рәтенә – юғары категорияға ингән. 2023 йылда «тотороҡло үҙәктәр» категорияһында урын алған.

2021 йылда Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министр­лығы ярҙамы менән генетика, материалдар әҙерләү, фото­ника һәм нанотехнологиялар өлкәһендә алты лаборатория асылған. Уларҙың дүртәүһе Өфө фән һәм технологиялар университетында, берәүһе Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың һығылмалылығы проблемалары институтында, тағы берәүһе – шул уҡ ака­демияның Урал федераль тәбиғи фәндәр институтында урынлашҡан. Был лабора­то­рияларҙа йөҙҙән ашыу йәш ғалим эшләй. Федераль бюд­жеттан был эш өсөн 2021 – 2023 йылдарҙа 261 миллион һум аҡса бүленгән. ӨДНТУ база­һында «Майҙың нефть-химия реагенттары һәм йылылыҡ энергетикаһы өсөн материал­дар» тип аталған йәштәр лабораторияһы эшләй. Уның үҫешенә федераль ҡаҙнанан 18 миллион һум аҡса бүленгән. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми тикшеренеү үҙә­гендә яңы йәштәр лабора­торияһы булдырыуға 16 мил­лион һумдан ашыу федераль ярҙам бирелгән.

Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында ике лаборатория эшләй. «Практик биофотоника лабораторияһы» табиптар менән бергә тик­шеренеү эштәрен алып бара. Проект медицинала һәм био­логияла аныҡ диагностика системаһын билдәләй. «Нейро­когнитив геномика лабора­торияһы» коронавирус инфек­цияһы пандемияһы шартта­рында кешенең когнитив һәм психоневрологик үҙенсәлек­тәренең молекула-генетик ни­геҙҙәрен өйрәнә.

Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы ғалимдары керамик имплант әҙерләү буйынса эшләй. Өфө дәүләт нефть техник универ­ситетында климат үҙгәреше һәм экосистемаларҙың углерод балансы мониторингы лабо­раторияһында ла эш әүҙем бара.

Былтыр Өфөлә асылған Ев­разия ғилми-мәғариф үҙәгенең студенттар кампусы уңышлы эшләй. Әйткәндәй, уны тан­таналы асыуҙа Рәсәй Пре­зи­денты Владимир Путин ҡат­нашты.

Ул юғары уҡыу йорттары сту­дент­та­ры, уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн бер­лектә ғилми эшмәкәрлекте үҫтереү һәм төрлө сара үт­кә­реүгә ҙур мөмкинлек бирә.

2027 йылдың аҙағына 10-дан 29 ҡатҡа тик­лемге бейеклектә ад­министратив һәм тор­лаҡ корпустар ком­плексын төҙөп тап­шырыу күҙалланған. Бында студент­тарға торлаҡ, уҡыу аудито­риялары, спорт объект­тары, дөйөм туҡланыу һәм аралашыу өсөн зоналар инфраструк­тураһы ҡаралған.

Ғалимдарға иғтибар

Башҡортостан Башлығы Ра­дий Хәбиров ярҙамы менән һуңғы йылдарҙа йәш ғалим­дарға шарттар һәм уңайлыҡтар тыуҙырыла. Ике йыл дауа­мында йәш аспиранттар йыл һайын 500 мең һум түләү ала. Фән кандидаттары проект­тарын ғәмәлгә ашырыу өсөн ике йыл һайын бер миллион һум күләмендә финанс ярҙамға эйә. Абруйлы эксперттар етәкселегендәге перспекти­валы коллективтар лаборато­рияһын финанслау өсөн йы­лына 25 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Һуңғы өс йылда республика бюджетынан түбәндәге ғилми башланғыстарға 850 миллион һум аҡса бүленгән:

✔ 60-ҡа яҡын йәштәр про­екты – дөйөм алғанда, 75 миллион һум;

✔ Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнә­лештәре үткәргән тикшере­неүҙәргә – 80 миллион һум;

✔ халыҡ-ара кимәлдәге дүрт заманса лабораторияға – 300 миллион һум.

Был ярҙам сараларынан тыш,  гранттар бүленә. Һуңғы ике йылда белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, белем алыу стажировкалары өсөн 400 миллион һум аҡса бирелгән. Шулай уҡ дәүләт премиялары һәм наградалары ҡаралған.

Йыл һайын фән һәм техника өлкәһендә өс миллион һум (өс номинацияла – берәр миллион һум) премия ҡаралған. БДИ имтихандарын юғары балдарға тапшырып, Евразия ғилми-мәғариф үҙәге программа­һында ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән сығарылыш класс уҡыусылары 150 мең һум күләмендә премия ала. БДИ-ла юғары һөҙөм­тәләргә өлгәшкән уҡыусы­ларҙы әҙерләүсе уҡытыусы­ларға премия – 50 мең һум.

Мәктәп инновацион баш­ланғыстарына булышлыҡ итеү өсөн – 30 миллион һумға тиклем һәм биш махсус­лаш­тырылған уҡыу йорттарын үҫтереүгә («предуниверсарий») 10 миллион һум аҡса бүленә.

Быйыл республикала «Йыл­дың йәш ғалимы» тигән махсус премия булдырылды. Ул фән­дең төрлө өлкәһендә уңыш ҡаҙанған ете белгескә бирелә. Һәр лауреат 150 мең һум күләмендә аҡса ала.

Асыштар, уйлап табыуҙар

Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш про­грам­мистары ике миллион һум күләмендә грант алып, ки­берһаҡлыҡтың яңы сис­те­ма­һын уйлап тапҡан. Улар шулай уҡ үҙенсәлекле теш имплан­ты уйлап тапҡан.

Өфө нефть техник уни­вер­ситетында нефть һәм газ ят­ҡылыҡтарын бырау­лауһыҙ эҙләп табыу техно­логияһын эшләгәндәр.

Республика «РФ карбон поли­гондары», «Технологик эш­ҡыуарлыҡ университеты плат­формаһы», «Приоритет – 2030», «Алдынғы инженер мәк­тәп­тәре» кеүек федераль про­екттарҙы ғәмәлгә ашырыу­ҙа ҡатнаша. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булышлығы һәм этәргесе менән башҡарыла.

Һ. ҺӨЙӨНДӨКОВА.

Фекер

Айрат БАҺАУЕТДИНОВ, тарихсы, философия фәндәре канди­даты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, «Семиотик тикшеренеүҙәр» лабораторияһы етәксеһе:

– Ағайым, ветеринария фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Айҙар Баһауетдинов менән яңы ғилми проект – Шүлгәнташ мәмерйәһенең тамға, һүрәттәрен асыҡлау эше менән мәшғүлбеҙ.

Беҙ бында боронғо йондоҙло картаны һәм ай-ҡояш календарын таптыҡ. Шулай уҡ мәмерйәлә яңы һүрәттәр – һыйыр, ҡатын-ҡыҙ асыҡланды.

Икенсе ҡаттағы һүрәттәр араһында носорогтың һынында 10 вертикаль һыҙыҡ, беҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙ йөклөлөгө һәм инә хайуандарҙың быуаҙ мәлен сағылдыра. Билдәләр залында ай календарын (355 көн) асыҡланыҡ.

Шулай уҡ рим һандары өҫкө палеолит осоро һандарынан килеп сыҡҡан, тип иҫәпләйбеҙ. Шуға ла Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһындағы ай календары буйынса йөклөлөктөң мөҙҙәтен белдергән ҡатын-ҡыҙ символы X – 10 һанын аңлата һәм рим һаны X менән тура бәйләнгән, беҙҙеңсә.

Башҡортостанда фән ҡыҙыҡлы йүнәлештә үҫә, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.

Фән заман менән бергә атлай
Фән заман менән бергә атлай
Фән заман менән бергә атлай
Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас