Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2025, 04:50

Шағирә ДИНӘ ТАЛХИНА

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Шағирә ДИНӘ ТАЛХИНАШағирә ДИНӘ ТАЛХИНА
Шағирә ДИНӘ ТАЛХИНА

Ҡоштар юлы

Ҡоштар китә, ҡоштар ҡайта,
Ҡайтмай үткәндәр генә,
Йәндәй күреп, өҙ(ө)лөп-өҙ(ө)лөп,
Һағ(ы)нып көткәндәр генә.

Көмөш йондоҙ төнгө күктә
Һибелгән берәм-берәм.
Күккә күҙем төбәһәм (төбәйем дә),
Һағышлы хистәр тирәм.

Ҡоштар китә, ҡоштар ҡайта,
Ҡайтмай үткәндәр генә,
Йәндәй күреп, өҙ(ө)лөп-өҙ(ө)лөп,
Һағ(ы)нып көткәндәр генә.

Ҡоштар китә йылы яҡҡа,
Күңелемдә ҡыш һыман.
Ҡоштар юлы сылбырлана
Күҙҙәремдән йәш тама.

Ҡоштар китә, ҡоштар ҡайта,
Ҡайтмай үткәндәр генә,
Йәндәй күреп, өҙ(ө)лөп-өҙ(ө)лөп,
Һағ(ы)нып көткәндәр генә.


Вилюр Мәүлитов көйө.
Динә Талхина шиғыры.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас