

"Рәхәттә" фестивале башланды. Өфөлә "Ҡашҡаҙан" паркында һаулыҡ, мунса һәм туризм фестивале бара. Бөгөн, 26 июлдә, һәм иртәгә, 27 июлдә, һәр кемде ҡыҙыҡлы программа көтә: мунсалар күргәҙмәһе, боронғо һауыҡтырыу сараһы, концерт һәм башҡалар. Фестиваль биш йүнәлештә бара: спорт, мәҙәниәт, һаулыҡ, оҫталыҡ дәрестәре һәм мунса. Программаны фитнес-марафон асты. Ул бөгөн киске етегә тиклем бара. Ял көнөндә 10.00-15.00 ваҡыт арауығында буласаҡ. Ике көндә лә 10.30-23.00 ваҡытта концерт үтә. Әлбиттә, иң төп тема - мунса. Парланыу, лекция һәм башҡа сара планлаштырылған. Мини- футбол, пляж волейболы, баскетбол турнирҙары, теннис буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн ярыштар үтәсәк. Фән докторҙары, санаторий белгестәре, фитотерапевт һәм эко- ферма хужалары халыҡ медицинаһы, мунса серҙәре һәм эркет ванналары хаҡында мәғлүмәт бирәсәк. Ҡыҫҡаһы, фестиваль һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк!