Ремонт ротаһы – техниканы биш бармағы кеүек белгән, механик, токарь, электрик, иретеп йәбештереүсе кеүек һөнәр эйәләрен берләштергән оҫталар подразделениеһы. Алғы һыҙыҡта булмаһалар ҙа, һуғыш үткән урындан ҡыйралған хәрби машиналарҙы ялан шарттарындағы автосервистарына алып ҡайтып, ҡыҫҡа ваҡытта уларҙы йүнәтеп, сафҡа баҫтыралар. Сөнки хәрби нығытмаларҙа торған яугирҙың хәрби техникаһы юҡ икән, ул – ике ҡулһыҙ һалдат. «Урал», «КАМАЗ»дар, бронетранспортер, еңел автомобилдәр снаряд тейеүҙән, шартлауҙан зыян күреп бында килтерелә.
Беҙ 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһына барғанда ла эш ҡайнай ине. Егеттәрҙең берәүһе «Урал»ға дрондарҙан һаҡлаусы сетка беркетә, икенселәр станокта нимәлер игәй, өсөнсөләр двигатель һүтә. Хәрбиҙәргә эш етерлек, рота урынлашҡан урынды дрон хәүефенән һаҡларға ла, ерҙе ҡаҙып, машиналарҙы һаҡлаусы урын эшләргә лә, һаҡланыу селтәре ҡуйып палатка ҡорорға ла кәрәк. Сөнки дошман спутник һәм дрондар аша уларҙы күҙәтеп тора. Бында тәүлек әйләнәһенә эш тынмай. Кәрәк икән, егеттәр, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, яу яланына сығып та машиналарҙы йүнәтеп ҡайта. Ремонт ротаһыныҡылар йәйен-ҡышын асыҡ һауала, ҡар, ямғырҙа эшләп торған мастерскойға тиҙ яраҡлашҡан. Автомобиль ниндәй генә хәлдә булмаһын, ул бер аҙнала ремонтланырға һәм фронтҡа ебәрелергә тейеш. Бындағы хәрби механиктар хәҙер, күҙҙәрен йомдорһалар ҙа, автомобилде һүтеп йыя ала, эш күләме ҙур булғас, оҫтарып бөткәндәр. Әле 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһына йүнәтергә ике автомобиль һәм ике пулемет килтерелгән.
Ремонт бокстарының береһендә тимерҙе иретеп йәбештереү менән булышҡан “Ҡасим” позывнойлы яугир менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул – Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан, бында 2023 йылдан хеҙмәт итә. РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнсе Себерҙә электрогазосварщик булып вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Ремротала ул йәше буйынса демобилизацияланған “Бабай” позывнойлы яугирҙы алмаштырған.
– Тимер эше ауыр, әлбиттә. Һәр килтерелгән автомобилгә һаҡлаусы сеткаларҙы яңынан иретеп йәбештереп сығырға тура килә. Инструменттарға, запас частәргә ҡытлыҡ юҡ, ебәреп торалар. Ҡайһы бер яйланмаларҙы үҙебеҙ үҙгәртеп ҡуябыҙ, ҡул аҫтында нимә бар, шуларҙан деталдәр ҙә эшләп алабыҙ. Бына был “КАМАЗ”ға дронға ҡаршы “мангал” йәбештереп ятабыҙ, эшлектән сыҡҡан радиаторын да алмаштыраһы бар. Башҡа урындары бик зыян күрмәгән”, – ти, бөгөнгө эше менән таныштырып, яугир.
“Рысь” позывнойлы яугир, махсус хәрби операцияға килгәнсе, янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы булып эшләгән. 2023 йылдан алып ремонт ротаһында.
– Беҙҙең эштә тиҙлек кәрәк. Механиктар тиҙ арала, төрлө ҡатмарлыҡтағы автомобилде ремонтлап, алғы һыҙыҡҡа оҙата. Эшебеҙ еңел түгел. Башҡортостандан даими ярҙам килеп тормаһа, ауырыраҡ булыр ине, – ти ул.
Командование алтын ҡуллы оҫталарҙың эштәрен юғары баһалай: яугирҙарҙың күбеһе орден-миҙалдар менән наградланған.
Хәрби механиктарҙың эштәре күренеп бармаһа ла, сафтан сыҡҡан хәрби техниканың төҙөклөгө, фронттағыларҙың эштәре көйлө барыуы – уларҙың эшенең һөҙөмтәһе.
Һеҙҙең ҡулдан үткән ошо автомобилдәрҙә Еңеү байраҡтары елберләгәнен дә күрергә яҙһын, егеттәр!
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Өфө – Луганск – Өфө.