

Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыуҙың инновацион форматтарының тотош комплексын индергәндәр.
Төрлө йүнәлештә 250 курс эшләй: программалау, дизайн, сит телдәр, инженер проектлауы, эшҡыуарлыҡ, ораторлыҡ сәнғәте һәм башҡалар. Был курстар өҫтәмә түләү талап итмәй һәм өҫтәлмә белем алыу мөмкинлеге бирә. Проект оҫтаханаһында төрлө актуаль проект төҙөргә өйрәнәләр. Цифрлы кафедрала IT йүнәлешендә өҫтәлмә һөнәрҙе бушлай алырға мөмкин. ӨДНТУ программалары ике диплом, эшсе һөнәре һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алған. Бөтә сара хеҙмәт баҙарында был уҡыу йортон тамамлаған белгестәрҙең бәҫен арттыра.