Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2025, 02:20

Йән иләйем

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Йән иләйемЙән иләйем
Йән иләйем

Аҡ болоттай итеп тетеп һалғас,
Йөн иләгес ҡуйҙым алдыма,
Уң ҡулымда тотҡан орсоғома
Өйөрөлтөп йөн еп урала.

Ҡул йылыһы, күңел наҙҡайҙары
Ошо һуҙған епкә ҡушыла,
Иләгән йөн ап-аҡ юл шикелле
Бик күп саҡрымдарға һуҙыла.

Иләп бөткәс сиратып алырмын
Йөн ептәрем ныҡлы булһындар,
Аяҡлаған йөндәр йыуғандан һуң
Йомғаҡтарға кереп тулһындар.

Күңел йылым ҡушып һәр күҙенә
Йөн башалтайҙарым бәйләрмен,
Ә әлегә тыныс кистәремдә
Орсоғомда йөн еп әйләнһен.
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас