Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2025, 04:10

Милли проект аша Аҡъяр дауаханаһына - машиналар!

Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса ике Lada Largus автомобилен алды, тип хәбәр иттеләр төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Милли проект аша Аҡъяр дауаханаһына - машиналар!Милли проект аша Аҡъяр дауаханаһына - машиналар!
Милли проект аша Аҡъяр дауаханаһына - машиналар!

Был еңел автомобилдәр ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәре йәки дүрт пассажирҙы ташыу мөмкинлеген бирә. Бының өсөн икенсе рәттәге ултырғыстың бер өлөшө йыйыла, ә буш торған арауыҡта махсус ҡабул итеү ҡоролмаһы һәм йыйылған килеш компакт ҙурлыҡтағы күтәргестәр урынлаштырыла. Медицина хеҙмәте автомобилдәренең салоны комплектацияһына, ҡабул итеү ҡоролмаһы һәм күтәргестәрҙән тыш, педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланылған нурландырыусы-рециркулятор инә.

2025 йылда Башҡортостанда алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. 134 берәмек модуль конструкция һатып алыу һәм ҡуйыу, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау эштәрен үткәреү, 4,5 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һатып алыу, 99 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас