

Тарих фәндәре кандидаты, экспедиция етәксеһе Маргарита Сөләймәнова хәбәр итеүенсә, бындай тикшеренеү эштәре һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр үткәрелә. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Силәбе өлкәһенең Башҡортостан республикаһындағы даими вәкиллеге булышлығында ойошторолған экспедицияға әҙерлек уҡыу йылы дауамында барған.Тарихсы студенттар Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында һәм Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында тикшеренеү эштәрен үткәргән. «Бындай экспедициялар башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә этнография һәм фольклор буйынса үҙенсәлекле материал йыйырға ярҙам итә», – тип билдәләй Башҡортостан республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.