Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2025, 09:45

Путин ММК-ла булды

Металлург көнө алдынан Владимир Путин эш сәфәре менән Урал федераль округына килде. Программаның беренсе пункты – Магнитогорск металлургия комбинатына барыу булды.

Путин ММК-ла булды
Путин ММК-ла булды

РФ Президенты илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов, Президенттың Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артем Жога, Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, шулай уҡ Магнитогорск металлургия комбинатының директорҙар советы рәйесе Виктор Рашников һәм ММК генераль директоры Павел Шиляев оҙатыуында 2024 йылда сафҡа индерелгән 12-се кокс батареяһы комплексын ҡараны.

Яңы батареяның етештереү күләме йыл һайын 2,5 миллион тонна ҡоро коксланған күмер тәшкил итә. Ҡоролмаларҙы модернизациялау атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы йылына 11 мең тоннанан ашыуға кәметергә, коксты ҡоро һүндереү ҡоролмаһын индереү иҫәбенә ҡалдыҡһыҙ етештереүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Дәүләт башлығы шулай уҡ машиналар эшләү продукцияһы цехы менән танышты. Бында заманса производство булдырылған, ул 2026 йылдан башлап тау-металлургия тармағында ҡорамалдарҙы импортты алмаштырыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Цех йылына 10 мең тоннанан ашыу продукция етештерә аласаҡ.

Цехты ҡарағандан һуң Владимир Путин ММК хеҙмәткәрҙәре менән аралашты

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас