

Ғәйбәт һөйләгән кешеләр ғибрәт өсөн тип үҙҙәрен аҡлауы ихтимал. Тәү ҡарашҡа ул ысынлап та ғибрәт өсөн әйтелгән һүҙ кеүек. Аллаһы Тәғәлә ғәйбәтте үлгән ҡәрҙәшеңдең итен ашау менән сағыштыра. Ҡөрьәндә: "Бер-берегеҙҙең артында ғәйбәт һөйләмәгеҙ. Әллә һеҙ үлгән ҡәрҙәшегеҙҙең итен ашар инегеҙме? Юҡ, ерәнер инегеҙ!"-тиелә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ғәйбәт һөйләүҙән дә ерәнергә саҡыра.
Шулай ҙа кеше артында ғәйебен һөйләү рөхсәт ителгән осраҡтар ҙа бар. Ҡайһы ваҡыт бер кешенең яуызлығынан башҡа бер кешене киҫәтергә кәрәк була. Кемделер яуызлығынан туҡтатыу өсөн уға тәьҫир итеүҙәй кешегә һөйләргә мөмкин. Әгәр берәйһе һин белгән кешегә ҡыҙын кейәүгә бирергә йыйынып, һинән ул кеше тураһында һораһа, уға дөрөҫөн һөйләргә кәрәк.
Ғәйбәтте һөйләүсегә генә түгел, тыңлаусыға ла гонаһ яҙыла. Сөнки береһе тел менән гонаһҡа инһә, икенсеһе -ҡолаҡ менән. Беҙ телде генә түгел, ҡолағыбыҙҙы ла ғәйбәттән һаҡларға тейешбеҙ. Тыңлаусыһы булмаһа, һөйләүсеһе лә булмай.