

Беренсе рецепт
Ҡайнатма ҡайната торған һауытҡа 1 стакан һыу һалып ҡайнатырға. Унан 1 стакан сейә һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалып ҡайнатып сығарырға, артабан тағы 1 стакан сейә һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалып, ҡайнатырға. Шулай 9 стаканға тиклем эшләргә. Иң аҙаҡҡыһында, ҡайнап сыҡҡас, яй ғына 15 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Артабан 4 стакан шәкәр ҡомо һалып, уны иретеп бөткәнсе болғатырға ла, газды һүндерергә.
Инде хәҙер йылы килеш банкаға тултырып, япһаң да була. Бында сейәнең төшө алынмай, бер тапҡыр ғына һыу алына.
Икенсе рецепт
500 грамм сейә, 400 грамм шәкәр ҡомо алына . Сейәне йыуып, төшөн алырға. Ҡыҙған табаға шәкәр ҡомо, өҫтөнә сейә һалырға. Уртаса утта шәкәр ҡомо иреп бөткәнсе, болғатып торорға. Утты кәметеп, тағын 10-15 минут тоторға. Күбеге йыйылһа, алырға.
Ҡайнар ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға.