

Улар гөлдәр өсөн бик файҙалы. Ҡабыҡтарҙың составында көкөрт, азот, кальций, магний, калий, фосфор һәм башҡа файҙалы микроэлементтар бар.
1 литрлы банканың өстән бер өлөшөнә шул ҡабыҡтарҙы һалығыҙ. Улар ҡаплағансы һыу ағыҙығыҙ һәм бер тәүлеккә ҡуйып тороғоҙ. Унан һуң ҡабыҡтарҙы һыуҙан алып, тағын һыу өҫтәп, гөлдәргә һибергә.
Әфлисун, апельсин ҡабыҡтарынан бүленеп сыҡҡан эфир майҙары еҫенән гөлдәр төбөндәге ҡорттар ҙа, ваҡ себендәр ҙә юҡҡа сығасаҡ.