Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июль 2025, 08:46

Мәғдәнселәр Әбйәлилдәге тәбиғи объекттарға теймәйәсәк

Әбйәлил районындағы Ҡырҡтытау һырты, Оло Һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары баҡыр запастарын разведкалау алып барылған лицензия участкаһы сиктәрендә урынлашҡан, шуға күрә был һәм башҡа тәбиғәт объекттарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһалмаясаҡ. Был хаҡта БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев республика Башлығы Радий Хәбировтың һорауына яуап биреп һөйләне.

Мәғдәнселәр Әбйәлилдәге тәбиғи объекттарға теймәйәсәкМәғдәнселәр Әбйәлилдәге тәбиғи объекттарға теймәйәсәк
Мәғдәнселәр Әбйәлилдәге тәбиғи объекттарға теймәйәсәк

Мәҫәлән, Ҡырҡтытау ятҡылыҡтан 5 саҡрым, Яҡтыкүл 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тораҡ пункттар ҙа байтаҡ алыҫлыҡта. Яҡындағы Исҡаҡ ауылы 8,5 саҡрымда, Буранғол иһә 10,5 км алыҫлыҡта ята. Яҡтыкүл һәм Йәшел Ялан ауылдары участканан 11 һәм 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Әгәр файҙалы ҡаҙылмалар запасы раҫланһа, сығарыу производствоһын булдырыу проекты дәүләт экологик экспертизаһын үтәсәк һәм тормошҡа ашырыласаҡ, компания тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек биргән технологияларҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Яҡтыкүл буйындағы таҙартыу ҡоролмалары булмаған законһыҙ ял базалары район экологияһына реаль хәүеф тыуҙыра, әммә был мәсьәлә хәҙер хәл ителә. Йәмәғәтселәр һәм контроль-күҙәтеү органдары тырышлығы менән законһыҙ ҡоролмаларҙы бөтөрөү башланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың экология министрлығы ҡарамағында Әбйәлил районында «Салауат» ЯСЙ-һының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса Күҙәтеү советы булдырылды. Совет компанияның Салауат баҡыр ятҡылығы биләмәһендә федераль лицензия талаптарына ярашлы үткәргән геологоразведкаһын үҙ контроленә алды. Совет составына Әбйәлил районы халҡы: аетерандар, эшҡыуарҙар, фермерҙар, пенсионерҙар, йәмәғәтселәр, шулай уҡ ғалимдар, республика йәмәғәт ойошмалары, ОНФ вәкилдәре инде.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас