Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2025, 14:00

Бәхетле бул!

Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

Бәхетле бул!Бәхетле бул!
Бәхетле бул!

🤲Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

🤲Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.

🤲Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

🤲Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

🤲Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан. 🤲Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

🤲Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, унан һиңә түгел, үҙенә зыян. Шуға ла был хаҡта күп уйлама. 🤲Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

🤲Һәр эштә лә тәүәккәл бул, бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.

🤲Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

🤲Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.

🤲Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙары уҡы, бер кеше лә белмәҫтәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә таҙарына барыуын һиҙерһең.

"Бәхетле бул!" китабынан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас