Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2025, 21:35

Бөгөн - Ғәшүрә көнө

Мөхәррәм айының 10-сы көнө - Ғәшүрә көнө. Байрам итеп ҡабул ителгән мөбәрәк көн һанала. Кеше был көндө йәтим, ғәрип, ҡарт кешене шатландырһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә күп сауаптар бирер. Әгәр ҙә берәү күп булмаһа ла саҙаҡа бирһә, Аллаһы Тәғәлә уға сауап, файҙалар бирер, барса бәләләрҙән имен итер, Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһе артыр.

Бөгөн - Ғәшүрә көнөБөгөн - Ғәшүрә көнө
Бөгөн - Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә көнөндә Мөхәммәт с.ғ. сөннәте буйынса нәфел ураҙаһын тотоу хәйерле һәм сауаплы ғәмәл булып тора. "Сауабы буйынса Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙа Аллаһ ҡаршыһында бер йыл ураҙа тотҡан һымаҡ булыр. Ғәшүрә көнөндә кеше күршеһенең, йәки мосолмандар ҡәрҙәшенең хәлен белешһә, уның һәр аҙымы һайын гонаһтары кисерелер, тиелә хәҙистәрҙә. Бындай бәрәкәтле ваҡытты бушҡа уҙғармайыҡ, күберәк изгелектәр ҡылып өлгөрәйек. Ғәшүрә көнөндә иртән ураҙаға инеп, көндөҙ күп сауаплы ғәмәлдәр эшләргә, Ҡөрьән уҡырға, зекерҙәр, салауаттар әйтеп, шулай 41 тапҡыр Йәсин сүрәһенең 58-се аятын, 33 тапҡыр шәһәҙәт һүҙҙәрен, 66 тапҡыр "Ихлас" сүрәһен Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн уҡыу кәңәш ителә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас