

Ғүмер юлыбыҙға иманлы, мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләр генә күберәк осраһын, насар уй-ниәтлеләр урап уҙһын. Ҡан-ҡойоштар туҡтап, илебеҙ тынысланып, күк йөҙөбөҙ аяҙ, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, ҡәҙерле кешеләребеҙ, туғандарыбыҙ , ҡорған ғаиләбеҙ менән татыу, бәхетле ғүмер итергә, тәүфиҡлы, иманлы балалар үҫтерергә насип итһен. Яугирҙарыбыҙға дошманды еңеп, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ.