

– Съезда ҡатнашыу беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға булды. Өфө федераль майҙансыҡҡа әйләнде, унда 2000-дән ашыу ғалим йыйылды. Бындай күләмдәге сараның тап Башҡортостан Республикаһында уҙғарылыуы ҡыуаныслы, ғорурланырлыҡ, күрһәтерлек уңыштарыбыҙ ҙа етерлек.
Пленар кәңәшмә эшендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул хәбәр итеүенсә, Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты 2027 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был республиканың студенттар берләшмәһе өсөн бик яҡшы яңылыҡ. Дөйөм алғанда, съезд беҙгә йәмғиәтебеҙҙе нығытыу һәм уның ғилми потенциалын күтәреү өсөн мөмкинлектәр бирә. Беҙҙең пландарҙа бирелгән мөмкинлектәрҙән тулыһынса файҙаланып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университ фәнде артабан үҫтереү, – тине Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттар ғилми йәмғиәте рәйесе Арина Ушаридзе.
БДПУ-ның йәш ғалимдар советы рәйесе Роман Кулешов билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта интеллект яңы трендҡа әйләнә.
– Йәмғиәт үҙгәрә. Йәш ғалимдың статусы күп мөмкинлектәр аса, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы өлкәһендә лә. Аҡса гранттары, стажировкалар, эксперт майҙансыҡтарына саҡырыуҙар интеллект конкурент өҫтөнлөгө булып тора. Былтыр йәш ғалимдарға ярҙам саралары рейтингында беренсе урынды Башҡортостан Республикаһы яуланы. Был фән менән шөғөлләнеүгә ҙур этәргес бирә. Бөгөн йәш ғалим булыу — фән менән шөғөлләнеү генә түгел, ә интеллектуаль һәм социаль танылыу эпицентрында булыу, – тип иҫәпләй ул.
Ә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Ғәмәли физика һәм наносенсорика технологиялары» йәштәр лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре Азат Ғәлиев:
– Съезд йәш ғалимдарҙың алдынғы тикшеренеүҙәре, Рәсәй етештергән яңы ҡорамалдар, фәнгә ярҙам саралары менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡҡа әйләнде. Стратегик сессиялар һәм асыҡ микрофон форматы үтә, унда йәш ғалимдар үҙҙәре фәнни көн тәртибен булдыра, проблемаларҙы һәм перспективаларҙы билдәләй ала, – ти.
Фото: Т. АМАНОВ.