

Бер аҙҙан зыян күреүсе менән йәнәһе лә "Генераль прокуратура"нан шылтыраталар һәм, һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙең боҙолоуы, уның иҫәбенән аҡса юғалтыу ҡурҡынысы янауы тураһында хәбәр итәләр. Мутлашыусы, енәйәтселәр Рәсәйҙән ситтә, һәм һеҙ илебеҙҙә тыйылған ойошмаларҙың иҫәбенә аҡса күсереүҙә ҡатнашыуығыҙ ихтимал, тип әйтеп ҡурҡыта.
Аферистарҙың инструкцияларына ярашлы, пенсионерка үҙенең 300 мең һумдан ашыу аҡсаһын алып, банкомат аша «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция иҫкәртә:
- SMS-хәбәрҙәрҙән кодты бер кемгә лә ебәрмәгеҙ,
- Билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ,
- Әгәр һеҙ мессенджерҙағы етәксенән шикле хәбәр алһағыҙ, уға шәхси номерығыҙға шылтыратып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - "безопасный счет" юҡ! Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы таныш булмаған иҫәп-хисаптарға күсермәгеҙ.