Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2025, 05:36

Салауат Юлаев образын һаҡлау һәм таратыу

Башҡортостан Милли музейында Салауат Юлаев образының хәтерен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған брифинг уҙғарыласаҡ.

Салауат Юлаев образын һаҡлау һәм таратыуСалауат Юлаев образын һаҡлау һәм таратыу
Салауат Юлаев образын һаҡлау һәм таратыу

Ҡатнашыусылар - власть органдары, ғилми учреждениелар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.

Сарала милли геройҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән ағымдағы һәм киләсәк проекттар тикшереләсәк: Өфөлә һәйкәлде реставрациялау, Салауат Юлаев музейы экспозицияһын ремонтлау һәм яңыртыу, «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын булдырыу, «Салауат йыйыны» байрамын һәм башҡа сараларҙы үткәреү.

Брифингта БР Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы, Салауат районы хакимиәте, Янғантау геопаркы вәкилдәренең сығыштары планлаштырылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас