

Үтеп барам...
Талған күҙҙәремдән
Әллә ысыҡ, әллә йәш тама.
Кисер, ерем, минән һиңә бары
Әсе тир һәм ҡайнар йәш ҡала.
Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем?
Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?
Тик ышанам: бушҡа йәшәне, тип,
Әйтә алмаҫ хатта дошманым!
Мин рухымдың аҫыл хазинаһын,
Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым,
Беләгемде тик бер һинең өсөн,
Һинең өсөн генә талдырҙым.
Зәйнәб Биишева.
Юлай Кәримов фотоһы.