Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2025, 07:37

Шок! Ейәне өләсәһе менән олатаһын үлтергән!

Был ҡот осҡос һәм йән өшөткөс ҡара ҡылыҡ Дыуан районында теркәлгән... Тулыһынса сайтта уҡығыҙ 

Шок! Ейәне өләсәһе менән олатаһын үлтергән!Шок! Ейәне өләсәһе менән олатаһын үлтергән!
Шок! Ейәне өләсәһе менән олатаһын үлтергән!

Мәсәғүттә йәшәүсе 76 йәшлек бабай һәм уның 64 йәшлек ҡатыны июнь башынан туғандарының шылтыратыуҙарына яуап бирмәгән. 7-һе көндө уларҙың бер туғаны уларҙы ҡарарға килгән. Әммә фатирҙың ишеген бер кем дә асмаған. Пенсионерҙар телефондары һүндерелгән булған. Урынға полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырғандар.

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре фатирҙың тәҙрәһе асыҡ булыуын күрә. Уның аша улар бүлмәгә үтеп инә һәм унда пенсионерҙарҙың кәүҙәләрен таба: уларҙы муйынына һәм арҡаһына бысаҡ менән сәнсеп үлтергән булғандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар өс көн самаһы үле булған. Шулай уҡ пенсионерҙың автомобилен ҡыуып алып киткән булғандар.

Тиҙҙән машина Пермь крайының Көңгөр районында кюветта табылған. Был эш буйынса төп ғәйепләнеүсе булып үлтерелгән парҙың 20 йәшлек ейәне тиелгән. Ике аҙна самаһы эҙләгәндән һуң, егетте Пермдә табалар. Ул енәйәтен таный. Хәҙер уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас