Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2025, 05:04

"Хәтер шәме" акцияһы уҙасаҡ

Ул Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында бар илдә үтәсәк. 

"Хәтер шәме" акцияһы уҙасаҡ"Хәтер шәме" акцияһы уҙасаҡ
"Хәтер шәме" акцияһы уҙасаҡ

Бер минут тынлыҡ 22 июндә бар Рәсәй буйынса бер үк мәлдә - Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә иғлан ителәсәк. Унда халыҡтың 80 проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Тормош бер минутҡа туҡталасаҡ - кешеләр баш эйәсәк һәм ХХ быуаттың иң ҡан ҡойошло һуғышын кисергән туғандарын һәм яҡындарын иҫкә аласаҡ.

Был ваҡытҡа телевидение һәм радио, кабель каналдары тапшырыуҙары, сауҙа үҙәктәрендә кассалар эше, йәмәғәт транспорты һәм шәхси автомобилдәр хәрәкәте туҡтатыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас