Мутлашыусылар кешеләрҙең аҡсаһын урлау өсөн психологик баҫым яһау технологияларын, алымдарын киң ҡуллана, көндән-көн төрлө сценарий, ысул уйлап таба. Шул турала күпме генә иҫкәртһәк тә, үкенескә күрә, алданыусылар һаман бик күп. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бәләнән аралау маҡсатында мутлыҡ схемалары менән таныштырабыҙ.
Ялған ғәйепләүҙәр
Өфөлә 76 йәшлек пенсионерҙың фатирына ике таныш булмаған ҡатын-ҡыҙ килеп ишек шаҡый. Улар үҙҙәрен "хәрби прокуратура хеҙмәткәрҙәре" тип таныштыра. “Хоҡуҡ һаҡлаусылар” хужабикәнең енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алыныуын, фатирын тентеү кәрәклеге тураһында белдерә. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы пенсионерҙың финанс хәле айырыуса ҡыҙыҡһындыра (йәнәһе лә, енәйәт юлы менән байып ятмаймы икән).
Өлкән йәштәге ҡатын ялған ғәйепләүҙәрҙән ҡурҡып, бар булған аҡсаһын бирергә әҙер була. Әлдә, бәхетенә күрә, шул ваҡытта пенсионерҙың уяу күршеһе тауыштарҙы ишетеп, яндарына сыға, һөйләшеүгә ҡыҫыла һәм аферистарҙың үҙҙәрен тикшереү менән ҡурҡыта.
Элекке эш
урынынан "сәләм"
Өфө ҡалаһының Дим районынан 80 йәшлек пенсионер яңы мутлашыуҙың тәүге ҡорбаны булды.
Мутлашыусы төҙөлөш ойошмаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан оло кешенең кеҫә телефонына шылтырата ла, үҙен, инде тарҡалып юҡҡа сыҡҡан компанияның мөлкәтен һатыу өсөн яуаплы кешемен, тип таныта. Ул бабайҙы ғәләмәт ҡыуандырып, элек ойошмала эшләгән эшселәргә 1,5 миллион һум күләмендәге сумманы түләргә тейешлеген хәбәр итә. Үҙенең өлөшөн алыу өсөн пенсионер бөтә булған тупланмаһын – 200 мең һумды мутлашыусыға күсерә: тәүҙә дәүләт пошлинаһын түләй, аҙаҡ – һалымдарҙы, һуңынан компенсацияны арттырыу өсөн аҡса ебәрә...
Ә бит мутлашыусы ойошманың исемен атамай, оло йәштәге кеше хәтирәләргә бирелеп, үҙе уны телгә ала һәм ят кешегә үҙенең йәш сағында эшләгән осоро тураһында тәфсирләп һөйләп бирә.
Түләүҙәр,
посылкалар,
отоштар
Енәйәтселәр кешеләргә хөкүмәттән түләүҙәр булыуы тураһында хәбәр итә. Аҡсаны алыу өсөн карта реквизиттарын, шәхси документтарҙы һәм телефондан смс-кодты һорайҙар. Бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе төрлө мөһим байрам алдынан көтөлмәгән “түләүҙәр” менән йыш алдайҙар.
"Рәсәй почтаһы" хеҙмәткәрҙәре булып танылған мутлашыусылар кешегә уның исеменә килгән посылка тураһында хәбәр итә. Кеше, мин заказ эшләмәнем, бер ниндәй ҙә посылка көтмәйем, тиһә, “унан баш тартыу өсөн”, смс-тан код әйтеүҙе һорай. Йәнәһе лә, был почта бүлексәһенә барып тормайынса, уларҙың базаһында рәсми рәүештә посылканан баш тартыуҙы раҫлау өсөн кәрәк.
Бындай мутлыҡ схемаһы аша муттар банктың мобиль ҡушымтаһына инеп, аҡса урлай йәки кредит ала, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен йыйып, уларҙы киләсәктә үҙҙәренең схемалары өсөн ҡуллана.
Бынан тыш, аферистар электрон почталар, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша миллиондарса һум отош вәғәҙә итеп, байрамдар айҡанлы “приз уйнатыуҙа” ҡатнашырға тәҡдим итә.
Айфонды
блокка ҡуйыу
Яңы схеманың асылы шунда: мутлашыусылар сайттар һәм Телеграм-каналдар аша вакансиялар хаҡында мәғлүмәт тарата. Эш эҙләгән кеше күрһәтелгән номер буйынса шылтыратҡан йәки мессенджер аша бәйләнешкә ингән осраҡта, ялған “кадрҙар бүлеге белгестәре” кандидаттар менән әңгәмә үткәрә. Һөйләшеү барышында муттар кешеләрҙе, һеҙ беҙгә тура киләһегеҙ, тип алдай һәм артабан, йәнәһе лә, эш рәтенә төшөндөрөү маҡсатында, телефондарына эш процестары өсөн махсус CRM программаһын ҡуйыуҙы һорай. Ҡушымта рәсми Apple магазинында юҡ, шуға күрә быны башҡа iCloud аша эшләргә тәҡдим ителә.
Программаны ҡуйғандан һуң, мутлашыусылар кешене Face ID-ны һүндерергә өгөтләй. Уларҙы тыңлаған һәр кемдең смартфоны блокка ҡуйыла. Айфонға инеү мөмкинлеген юғалтҡан кешенән енәйәтселәр блокировканы асыу өсөн аҡса талап итә, полицияның ярҙам итмәйәсәгенә айырым баҫым яһай.
Аңлауығыҙса, бер тапҡыр түләгән кешенән артабан да аҡса һурасаҡтар.
Диспансерлаштырыу
Мутлашыусылар йә диспансеризация ваҡыты етте тип, йә флюорография үтергә кәрәклеген иҫкәртеп, йә баш ҡаланан килгән табиптарға яҙылырға тәҡдим итеп шылтырата. Кеше поликлиникаға барырға ыңғай яуап бирһә, имеш, яҙылыуҙы раҫлау өсөн смс-хәбәрҙән код-ты һорайҙар. Асылда был мәғ-лүмәт уларға кешенең “Дәүләт хеҙмәттәре”нә инеү мөмкин-леген бирә йәки иҫәптән аҡса күсереүҙе раҫлай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандар-ҙы, айырыуса оло йәштәге-ләрҙе, уяу булырға һәм таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа, шәхси мәғлү-мәт, кодтар менән бүлешмәҫ-кә өндәй. Шикле хәл килеп тыуған осраҡта шунда уҡ 02 һаны буйынса (мобиль телефондан – 102) полицияға хәбәр итергә кәрәк.