Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2025, 09:40

Башҡортостан һәм «Ромекс-Кубань» компанияһы хеҙмәттәшлек итәсәк

19 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Ромекс-Кубань» компанияһы араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм компания президенты Алексей Прокопенко ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан һәм «Ромекс-Кубань» компанияһы хеҙмәттәшлек итәсәкБашҡортостан һәм «Ромекс-Кубань» компанияһы хеҙмәттәшлек итәсәк
Башҡортостан һәм «Ромекс-Кубань» компанияһы хеҙмәттәшлек итәсәк

Килешеү заманса сауҙа-логистика инфраструктураһын булдырыу буйынса берлектәге эште, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе, социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы, шул иҫәптән эш урындары булдырыуҙы һәм уҡытыу программаларын индереүҙе, шулай уҡ консультация һәм методик саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Республика Башлығы компанияның төбәктә үҙ эшмәкәрлеген киңәйтеүҙе дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Компания быға тиклем Башҡортостанда OZON ҙур логистик үҙәген төҙөгәйне лә инде. Улар бер проект менән килде, әммә барыһының да теүәл эшләүен, ярҙам саралары барлығын күреп, тағы ла бер ҙур объект төҙөргә ҡарар итте. Яңы проектты Өфө районында тормошҡа ашырырға планлаштыралар, уның хаҡы – 18 миллиард һумдан ашыу. Төҙөлөшкә киләһе йылда уҡ тотонорбоҙ, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе төбәк иҡтисадын үҫтереү өсөн инвестиция проекттарының әһәмиәтен билдәләне.

– Интернет-сауҙаның әүҙем үҫешен иҫәпкә алып, маркетплейстарҙың ни тиклем мөһим роль уйнауын күрәбеҙ. Ҙур логистик үҙәктәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҙе артынан әйҙәй, сөнки тауарҙар менән тап эшҡыуарҙар тәьмин итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Алексей Прокопенко төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм Башҡортостан биләмәһендә компания эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

– Беҙ республика менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә ниәтләйбеҙ. Төбәк беҙгә өҫтәмә ер участкаһы бирергә әҙер, был логистик инфраструктураны киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк. Беҙгә бында эшләү уңайлы – властарҙың ҙур ярҙамын тоябыҙ, – тип билдәләне Алексей Прокопенко.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылдың ноябрендә «Ромекс-Кубань» компанияһы OZON өсөн 90 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы логистик үҙәк төҙөлөшөн тамамланы. Ә 2025 йылдың майында Өфөлә «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә Өфө районының Булгаков ауылында логистик парк төҙөү концепцияһы тәҡдим ителде. Проектҡа, һалым льготалары һәм ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеү саралары менән, «өҫтөнлөклө» статусы бирелде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас