Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июня 2025, 11:33

Йәш туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйылды

Баш ҡалабыҙҙың "Торатау" конгресс-холында  йәш туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыларының форумы үтә. Ул ике көн буйына дауам итәсәк.

Йәш туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйылдыЙәш туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Йәш туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйылды

Унда Волга буйы федераль округының мәғариф өлкәһендә дәүләт идаралығын тормошҡа ашырыусы башҡарма власть органдары,  төбәктәге мәғарифты үҫтереү институттары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары  ҡатнаша.

Конгресс-холдың фойеһына килеп ингәс үк, төрлө милләттең тарихи-мәҙәни үҙәктәре, уҡыу йорттары, балалар баҡсалары, оҫталар ҡуйған күргәҙмә иғтибарҙы йәлеп итә.

– Йәш туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының форумы беренсе тапҡыр уҙғарыла. Бик матур ойошторолған, уҡытыусыларҙың милли кейемдә килеүҙәре бик үҙенсәлекле. Уларға ҡарап, ниндәй милләттән икәнен белергә була. Күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың ҡул эшен дә күрергә була, иҫ китмәле, һоҡландырғыс. Был форум бик йәнле үтер, булған проблемалар хәл ителер, тип ышанғы килә.

Маҡтау грамоталарыбыҙ, дипломдарыбыҙ бик күп, әлбиттә. Беҙ үҙебеҙҙең күргәҙмәбеҙҙә иң юғары ҡаҙаныштарыбыҙҙы, уңыштарыбыҙҙы  күрһәтергә тырыштыҡ. Өфө ҡалаһындағы 10 милли лицей-гимназиянан беҙҙең лицейҙың ғына күргәҙмәһен тәҡдим итеү  – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

Былтыр беҙҙең лицейыбыҙ 30 йыллыҡ юбилейын билдәләгәйне. Ошо уңайҙан төшөрөлгән документаль фильмды ла күрһәтәбеҙ,– ти Өфө ҡалаһының Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина.

Форумды Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры урынбаҫары Ольга Колударова онлайн сәләмләп, илебеҙҙең күп милләтле дәүләт булыуын, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлауҙа туған телдәр һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыларының ҙур эш башҡарыуын белдерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында әйтелә: йыл һайын мәктәп уҡыусылары өсөн туған телдәр олимпиадаһы ойошторола, Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә, туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары өсөн гранттар бирелә, республикабыҙҙа полилингваль белем биреүгә иғтибар арта.

Рәсәй Федерацияһының 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова ла онлайн-сәләмләп, һөҙөмтәле эш теләне. Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәр федераль институты директоры Эсет Бокова илебеҙҙә туған телдәрҙе һаҡлауҙа институттың ролен һөйләне. Уның әйтеүенсә, телдәрҙең хәл-торошо, үҫеше буйынса мониторинг алып барыла. БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева республикабыҙҙа 9 полилингваль мәктәп эшләүен бәйән итеп, ундағы белем биреү тәжрибәһе менән таныштырҙы. Бөгөн Башҡортостанда уҡытыу алты телдә – рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәрендә алып барыла. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ 409 мең 142 уҡыусы уҡый, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә башҡорт, татар, сыуаш, мари, әрмән, украин, поляк, немец, иврит телдәре буйынса 15 йәкшәмбе мәктәбе һәм этно-мәҙәни үҙәк эшләй.

Техник фәндәр докторы, доцент, «Белем» Рәсәй белем йәмғиәтенең белем биреү ойошмалары менән эшләү буйынса департаменты директоры Альбина Бикбулатова йәш уҡытыусыларға белем биреү өсөн әҙер методик материалдар тәҡдим итте, ата-әсәйҙәр өсөн дә курстар булыуын белдерҙе. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры, Ҡазан ғилми үҙәгенең лаборатория мөдире, Патрис Лумумба исемендәге РУДН-ДЫҢ рус теле институтының русистика, этноориентирланған педагогика, һанлы дидактика кафедраһы профессоры Алексей Арзамазов, А. И Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт университетының педагогия фәндәре докторы, профессор Елена Ядровская, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогия фәндәре кандидаты, доцент Зарима Кирәеваларҙың сығыштары ла бик фәһемле булды.

Көндөң икенсе яртыһында Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының йомғаҡлау этабының иң яҡшы педагогтары, ҡатнашыусылары оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бөгөн форумда ҡатнашыусылар «Ҡорос» халыҡ театрының «Ете ҡыҙ» спектаклен дә ҡараясаҡ, Өфө буйлап экскурсия ла үткәреләсәк.

 

 

АВТОР фотолары.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас