

Уның фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында подразделениелар ваҡытында аҙыҡ-түлек, боеприпастар, медикаменттар ала. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ул яралы хеҙмәттәштәрен һуғыш яланынан күп тапҡырҙар эвакуациялай.
"Ни өсөн махсус хәрби операцияға барырға булдың?" тигән һорауға ул:
"Ватанды һаҡлау, туғандарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы яҡлау, барыбыҙ ҙа яҡшы һәм тыныс йәшәһен өсөн", - ти ул.
Илһөйәр яугир Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән быйыл февралдә Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән дә бүләкләнгән.