Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июнь 2025, 05:02

Көтәһең дә, көтәһең .. Көтөп ғүмер үтә

♦️Уйланып ултырғанда бер мәҙәк нәмәне аңланым: беҙҙең бөтөн тормош "көт" һүҙенә бәйле икән бит. Һәр ваҡыт нәмәлер көтәһең. ♦️Сәйҙең ҡайнағанын, аштың һыуынғанын көтәһең. Йәйҙе көтәһең. Яңы йылды көтәһең... WhatsApp ҡа күңелгә яҡын кешеңдән хәбәр килгәнен һәм телефон шылтырағанын көтәһең.

Көтәһең дә, көтәһең .. Көтөп ғүмер үтәКөтәһең дә, көтәһең .. Көтөп ғүмер үтә
Көтәһең дә, көтәһең .. Көтөп ғүмер үтә

♦️Хеҙмәт хаҡын, пенсия аҡсаһын көтәһең, кино бөткәнен, ял еткәнен...
♦️Һиңә нисә йәш булыуы мөһим түгел: утыҙмы, етмешме йәки бишме. Баласаҡта, биш йәштә иһә, әсәйеңдең балалар баҡсаһынан алғанын көтәһең.
♦️Утыҙ - ҡырҡта һин эш көнө бөткәнен көтәһең, олоғайғас ейәндәрең булғанын, балаларыңдың ҡайтҡанын, яңылышып булһа ла күршең килеп кергәнен көтәһең...шулай көтәһең дә көтәһең... Көтәһең, көтәһең, көтәһең...
♦️Юлға сыҡһаң, попутка машина, автобус көтәһең...Тағын көтәһең дә көтәһең. Барыһы ла һәммәһен һәр ваҡыт көтә.
♦️Ауыр ваҡыттарҙа күңелде тынысландырып "иртәгә башҡаса булыр "тип тағы яңылыҡ көтәһең...Бәхет көтәһең...мөхәббәт көтәһең...
♦️Йәрҙәрҙән яратыу, наҙ көтәһең...
Бала көтәһең ...
Тормош ...
Көтәһең ... Шулай һәр ваҡыт нимәлер көтөп ғүмер юлын үтәһең...икән!)

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас