Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2025, 08:10

Машина эсендә янған үҫмергә тире күсереп ултыртасаҡтар

Яңыраҡ Салауат районында оло ҡазаға юлыҡҡан 13 йәшлек үҫмергә бөгөн тире күсереп ултыртыу буйынса операция яһаясаҡтар. Зыян күреүсенең һеңлеһе һөйләүенсә, ул Өфө дауаханаһының янғын бүлегендә ята. Сайтта ⏬

Машина эсендә янған үҫмергә тире күсереп ултыртасаҡтарМашина эсендә янған үҫмергә тире күсереп ултыртасаҡтар
Машина эсендә янған үҫмергә тире күсереп ултыртасаҡтар

"Беҙ уны район дауаханаһында ғына күрҙек, туғаныбыҙ янына индермәйҙәр. Ул реанимацияла, үҙ аңында. Әсәйем әле лә шок хәлендә. Артабан нимә буласағын белмәйбеҙ, иң мөһиме, иҫән ҡалыуы. Дауаханаға йүргәк, һурпа килтерәбеҙ. Ағайымды күрергә бик теләйбеҙ", - ти үҫмерҙең апайы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 июндә Салауат районының Бишәүләр ауылында 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмер «ВАЗ-2106» автомобиле эсендә тән йәрәхәттәре алған. Уларҙы ашығыс рәүештә реанимацияға алып киләләр. 2010 йылда тыуған егет тәненең 80 процентын яндыра һәм яһалма комаға индерелә, әммә 5 июндә иртән ул вафат була. 2012 йылғы тағы бер үҫмер, дауаханала - уның тәненең 50 проценты янған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас