Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2025, 04:00

Ҡырмыҫҡалылағы күперҙе быйыл ремонтлап бөтәсәктәр

Ҡырмыҫҡалы районындағы бер күперҙе реконструкциялау 2025 йылда тамамланасаҡ, тип хәбәр итә республика хөкүмәте.

Ҡырмыҫҡалылағы күперҙе быйыл ремонтлап бөтәсәктәрҠырмыҫҡалылағы күперҙе быйыл ремонтлап бөтәсәктәр
Ҡырмыҫҡалылағы күперҙе быйыл ремонтлап бөтәсәктәр

Һүҙ Ҡырмыҫҡалы-Түбәнге Төкөн юлы эргәһендәге шишмә аша 23 погон метр оҙонлоҡтағы юл үткәргес тураһында бара. Бында белгестәр тигеҙләү ҡатламын түшәгән, ә тиҙҙән япма һалыу, таянғыс һәм ҡойма ҡуйыу, шулай уҡ һыу йыйыу урындары һәм фильтрҙар монтажлау башланасаҡ.

- Был күпер ҙур булмаһа ла, мөһим роль уйнай. Александровка халҡына төбәк әһәмиәтендәге юлдарға сығыу мөмкинлеген тәьмин итә. Ҡоролманы реконструкциялау ваҡытында ваҡытлыса урау юл булдырыла, ул төп юл буйлап үтә", - тип аңлатма бирҙе БР Транспорт министрлығы башлығы Любовь Минакова.

Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас