

"Уйынсыҡтар-киләсәк быуынды формалаштырыусы стратегик продукт, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Башҡортостанда тиҫтәләгән предприятие йыл һайын миллионлаған балалар тауарҙары сығара, ә дәүләт уларға льготалар һәм субсидиялар менән ярҙам итә».
Сенатор Лилиә Ғүмәрова уйынсыҡтарҙың идеологик ролен билдәләп: "Уларҙы етештереүгә аҡса Һалып, беҙ илдең киләсәгенә инвестициялар һалабыҙ", - тине. Сәнәғәт министры урынбаҫары Екатерина Приезжева, санкциялар Рәсәй етештереүселәре өсөн бушаған баҙарҙы биләү өсөн яңы мөмкинлектәр асты, тип өҫтәне.
Продукция хәүефһеҙлегенә һәм уйын аша патриотик тәрбиәгә айырыуса иғтибар бүленә. Мәғариф министры урынбаҫары Андрей Корнеев билдәләүенсә, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн ватан уйынсыҡтарының берҙәм исемлеге раҫланған да инде.
Фестиваль шулай уҡ ңы проекттарҙы презентациялау майҙансығына әүерелде.
Йомғаҡлауҙа Радий Хәбиров даими тармаҡ кәңәшмәләре аша власть һәм етештереүселәр араһында үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә тәҡдим итте.