Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2025, 07:48

Әбйәлилдәге геолог разведкаһы - йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында!

Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Әбйәлил районында «Салауат» ЯСЙ-һының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса совет булдырылды.

Совет компания федераль лицензия талаптарына ярашлы Салауат баҡыр ятҡылығы биләмәһендә үткәрергә планлаштырған геологоразведканы үҙ контроленә алды. Совет составына Әбйәлил районы халҡы вәкилдәре: ветерандар эшҡыуарҙар, фермерҙар, пенсионерҙар, йәмәғәтселәр,  Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге, юғары уҡыу йорттары ғалимдары, республика йәмәғәт ойошмалары, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре инде.

29 майҙа үткән беренсе ултырышта «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев геологик разведка эштәрен үткәреү пландары тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, улар бер нисә айға һуҙылырға мөмкин.

Бынан тыш, Таһир Бәхтигәрәев, компания Буранғолда мәктәп интернаты бинаһын ремонтлаясаҡ һәм «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөйәсәк, тип хәбәр итте. Интернат бинаһында фасадты һәм ҡыйыҡты ремонтлау, цоколде йылытыу, ишектәрҙе, иҙәндәрҙе алмаштырыу, биналарҙы биҙәү һ.б. планлаштырыла. Интернат яңы мебель һәм технологик ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. «Ирәндек» лагерында заманса кәртәләнгән балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Эске өлөшөндә ҡомдан майҙансыҡтар, юлдар, баскетбол һәм волейбол өсөн майҙансыҡтар төҙөү планлаштырыла. Ике проектты финанслауҙың дөйөм суммаһы – 70 миллион һум самаһы.

"Беҙҙән, һеҙ Әбйәлил районында нимә эшләнегеҙ, тип йыш ҡына һорайҙар. Беҙ теүәл предметтар һәм башҡорт теле буйынса мәктәп олимпиадаһын үткәрҙек, уның һөҙөмтәләре буйынса уҡыусылар ғына түгел, призерҙар һәм еңеүселәр уҡытыусылары ла бүләкләнде. Беҙҙең инициатива буйынса экологик акциялар үтте. Шулай уҡ беҙ Йәлембәттә Еңеү юбилейына Хәтер аллеяһы өсөн шыршылар һатып алырға ярҙам иттек. "Салауат" ЯСЙ-һы – социаль яуаплы компания, шуға күрә беҙ ҡаҙаныштарыбыҙға туҡталырға йыйынмайбыҙ», - тип аңлатма бирҙе Таһир Бәхтигәрәев. 

Читайте нас