Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июня 2025, 09:30

«Беҙ булған ерҙә еңеү», ти «Валей»

«Валей» ҡушаматлы яугир – Күмертауҙан. Ул оҙайлы хәрби хеҙмәт юлын үтеп, тыуған илебеҙгә тоғролоғон бер нисә тапҡыр раҫлаған.

«Беҙ булған ерҙә еңеү», ти «Валей»«Беҙ булған ерҙә еңеү», ти «Валей»
«Беҙ булған ерҙә еңеү», ти «Валей»

Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө авиация техникумына уҡырға инә, уны 2006 йылда тамамлай. Техникумдан һуң Тымыҡ Океан флотының 55-се диңгеҙ пехотаһы дивизияһына  хеҙмәткә саҡырыла. Бер йылдан ул контрактҡа ҡул ҡуйып, Төньяҡ Кавказға Каспий флотилияһының 77-се айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһына хеҙмәт итергә китә. Унда десант-штурм ротаһында АГС-17 «Пламя» гранатометсыһы була.

2009 йылда хәрби хеҙмәт юлында бер аҙ ял яһағандан һуң, 2020 йылда ҡабат әйләнеп ҡайтып,  Ҡара Диңгеҙ флотының 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһында хеҙмәт итә башлай.

Тәүге көндәрҙән үк уның подразделениеһы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. «Валей» пулеметсы булып һуғыша, Угледар янында яралана, дауалана һәм хәрби бурыстарын үтәүен дауам итә, Ҡырымдың яр буйы райондарын дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан да һаҡлай.

Хеҙмәте өсөн ул «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткәне өсөн» һәм «Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн» наградалары менән бүләкләнгән. Хәҙер ул сержант дәрәжәһендә. Яугирҙың тормош девизы: "Беҙ булған ерҙә — еңеү!» Шулай булырға яҙһын ине.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас