

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында тап ошо хаҡта хәбәр иттеләр. «Геологик объектҡа «Алтын ҡаҙыҡ» статусын биреү халыҡ-ара фәнни йәмғиәттең ҡарары менән ҡабул ителә. Бөтә ҡатлам булған һәм шул осорҙа йәшәгән микроорганизмдарҙың ҡалдыҡтары ла һаҡланған киҫемдәр тикшерелә. Был эш оҙаҡ ваҡытты ала, төрлө илдең ғалимдары өйрәнә һәм халыҡ-ара кимәлдәге комиссия ошондай статусты билдәләй», – тип белдерҙе Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Геология институты директоры Сергей Ковалев. «Усолка» киҫеменең йәше 294 миллион йыл булһа, «Дальний Тюлькас» 290 йыллыҡ тарихҡа эйә. Улар – Рәсәйҙә тәүге «Алтын ҡаҙыҡ»! Ҡытайҙа – 11, АҠШ-та – 9, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстанда – 1-әр. Башҡортостанда ошондай статусҡа дәғүә иткән объекттар байтаҡ.
«Торатау» геопаркында «Усолка» һәм «Дальний Тюлькас» ҡаяларын тантаналы асыу сараһына Мәскәү, Екатеринбург, Ҡазан, Ырымбур, ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытай, Ҡаҙағстан, Египет, Малайзия, Иран, Ҡырғыҙстандан ғалимдар һәм эксперттар килеүе көтөлә.
Фото: Т. АМАНОВ.