Сыңғыҙ менән ғорурланабыҙ!

«Башҡортостан» полкы ротаһы командиры урынбаҫары, Бөрйән районынан булған Сыңғыҙ Яхин алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында һөйләнеләр.

Сыңғыҙ менән ғорурланабыҙ!Сыңғыҙ менән ғорурланабыҙ!
Сыңғыҙ менән ғорурланабыҙ!

Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отряды составында кесе лейтенант Яхин төркөмдө хәрби позицияларҙа тота. Рота командиры яраланғас, Сыңғыҙ Яхин идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, бурысты үтәүгә өлгәшә һәм шәхси составты юғалтыуға юл ҡуймай.

"Яугир яу яландарында яҡындарының ярҙамы ҙур булыуына ышана. Һәм улар өсөн, тыныс тормош өсөн яугирҙарыбыҙ батырҙарса көрәшә", — тиелә хәбәрҙә.

Быйыл февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Сыңғыҙ Яхин генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән ине.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас