

"Презентация барышында бер нисә йыйынтыҡ тәҡдим ителәсәк. Башҡорт халҡы борон-борондан үҙенең батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән дан тота. Ауыр ваҡытта ул һәр ваҡыт үҙ илен дошмандарҙан яҡлап тора. 80 йыл элек донъяны фашизмдан ҡотҡарған совет һалдаттарының батырлығы бөгөн дә йәшәй", — тип билдәләнеләр нәшриәттә.
«Геройҙар юлдары» йыйынтығына (аудиояҙма менән) фронтовик яҙыусыларҙың, шулай уҡ башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре инә, улар, аталары һәм олатайҙары васыяттарына ярашлы, 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, локаль конфликттар һәм махсус хәрби операция барышында күрһәткән һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һүрәтләй.
Ризван Хажиевтың «Бейек Татралар хәтерләйҙәр» китабында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы реаль ваҡиғалар һәм ысын кеше — башҡорт разведчигы Вафа Әхмәҙуллиндың яҙмышы тураһында бәйән ителә.
Фатих Кәримдең «Еңеү йыры» йыйынтығына ике юғары хәрби орден менән бүләкләнгән һәм Еңеүгә тиклем һәләк булған фронтовик шағирҙың шиғырҙары ингән.
«Фронт ҡомартҡылары» йыйынтығының нигеҙен 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хаттары, шулай уҡ уларҙың БР Милли архивында һаҡланған хәтирәләре тәшкил итә.
Зәйнәб Биишеваның «Партизан малай» китабында ике егеттең хәрби дуҫлығы тураһында бәйән ителә.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Беҙ — һуғыш балалары» китабында һуғыш балаларының тәүге ауыҙынан ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған.