Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә һүҙ өҫтәргә ярата.

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә һүҙ өҫтәргә ярата.Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә һүҙ өҫтәргә ярата.
Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә һүҙ өҫтәргә ярата.

ЯТА ЛА ЯТА

Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә
Һүҙ өҫтәргә ярата.
Кеше атлап барһа, әйтә,
Ул атлап бара ята.

Ауырыған ҡайһы берәү
Балнисҡа инеп ята.
Күрер өсөн ауылдашы
Алдан уҡ килеп ята.

Телевизор ҡарап ятам,
Бесәй эргәлә ята.
Тәҙрәгә күҙемде һалһам –
Балалар йөрөп ята.

Беҙҙең сыбар тауыҡ көн дә
Күкәй һалырға ята.
Ә күршенең өлкән улы
Кәләш алырға ята.

Күрше инде әйтеп һалды,
Балам ауырып ята,
Әлегә уҡыуға бармай,
Тик өйҙә йөрөп ята.

Танышым осрап, һораны:
Йә, дуҫ, ни хәлдә ятаң?
Мин әйттем: Хоҙайға шөкөр,
Әлегә һәйбәт ятам.

Килә ята, бара ята,
Ятмаһа ла гел ята.
Бындай һүҙҙәр әйтелә бит
Баймаҡтарға ҡарата.

“Ята”, тигән һүҙ, күрәһең,
Берәй шөғөл аңлата.
Баймаҡ халҡы тора-ята
Шулай көн итеп ята.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас