Сергей Цивилев һәм Радий Хәбиров Вуз-ара кампуста булды

20 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев Һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында булды.

Сергей Цивилев һәм Радий Хәбиров Вуз-ара кампуста булдыСергей Цивилев һәм Радий Хәбиров Вуз-ара кампуста булды
Сергей Цивилев һәм Радий Хәбиров Вуз-ара кампуста булды

Кампус директоры Сергей Гладких проекттың концепцияһы һәм уны артабан үҫтереү пландары тураһында һөйләне. Биналар комплексының дөйөм майҙаны 148 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк, шуларҙың 78 меңдән ашыуын 4 340 студентты урынлаштырыуға иҫәпләнгән торлаҡ корпустар биләйәсәк. Инициативаны этаплап тормошҡа ашыралар - "IQ-парк" һәм Геном үҙәге файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Объект алдынғы технологияларҙы, уңайлы студенттар мөхитен һәм инновацион инфраструктураны берләштергән ҙур фәнни һәм белем биреү үҙәгенә әүереләсәк.

Ҡунаҡтар төрлө тармаҡлы алдынғы лабораториялар менән танышты. Рәсәйҙең энергетика министры Һәм Башҡортостан Башлығы студенттар менән аралашты, уларҙың белем биреү тректарын һәм ғилми эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныуын тикшерҙе. Һөйләшеү темалары цифрлаштырыуға, төҙөлөштә алдынғы технологияларға һәм яңы инженер кадрҙары әҙерләүгә ҡағылды.

Сергей Цивилев яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн белгестәр әҙерләүҙә комплекслы ҡараш кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- ТЭК-ты, цифрлы технологияларҙы һәм яһалма интеллектты заманса төҙөлөш ҡарарҙары менән берләштереү мөһим. Шулай ғына һөҙөмтәлелеккә өлгәшергә мөмкин, - тип билдәләне Рәсәйҙең энергетика министры.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас