

"Элепс" аппаратын ҡулланыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге заманса талаптарға ярашлы аҙым булып тора, был, һис шикһеҙ, халыҡҡа күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртасаҡ", - тине Баҡалы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.
«Элепс» аппаратын электрохирургияла ҡулланалар. Ул юғары аныҡлыҡ һәм туҡымаларға минималь зыян килтереү менән операциялар башҡарырға мөмкинлек бирә. Был пациенттарҙы тиҙерәк тергеҙеүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, хирургик интервенцияларҙан һуң өҙлөгөү хәүефен кәметә.