Һорауҙарға ентекле яуаптар бирелде

Һүҙ Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү, халыҡтың экологик хәүефтәрен таратыу, районға һәм республикаға киләсәк һалымдар һәм инвестициялар күләме тураһында барҙы

Һорауҙарға ентекле яуаптар бирелдеҺорауҙарға ентекле яуаптар бирелде
Һорауҙарға ентекле яуаптар бирелде

“Башинформ” агентлығында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыу булды. Һүҙ геологик разведкалау баҡыр рудаһы запастары барлығын раҫлаһа, Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү, халыҡтың экологик хәүефтәрен таратыу, районға һәм республикаға киләсәк һалымдар һәм инвестициялар күләме тураһында барҙы. Журналистар менән “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев менән йәмғиәттең партнеры вәкиле Алексей Воробьев менән осрашты.

Билдәле булыуынса, Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты компанияға геологик разведка эштәрен үткәреүгә лицензия биргән, эштәр 2025 йылға планлаштырылған. Әгәр разведка баҡыр запастары булыуын раҫлаһа, бында урынлашҡан Салауат ер аҫты участкаһын эшкәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта Ҡырҡтытау һырты, Яҡтыкүл күле кеүек уникаль тәбиғәт объекттары зыян күрмәйәсәк, тине Таһир Бәхтегәрәев. Компания етәксеһе һүҙҙәренсә, Ҡырҡтытау ятҡылыҡтан биш километр алыҫлыҡта, Яҡтыкүл 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Тораҡ пункттар ҙа йыраҡ ята. Иң яҡындағы ауыл Исҡаҡ 8,5 километр алыҫлыҡта, Буранғол ауылы 10,5 километр алыҫлыҡта. Яҡтыкүл Һәм Йәшел Ялан ауылдары участканан 11 һәм 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Таһир Бәхтегәрәев ер аҫтын эшкәртеү менән бәйле халыҡ араһында йөрөгән башҡа хәүефтәр буйынса ла яуап бирҙе. Мәҫәлән, ХХ быуат уртаһында бында радиоактив ҡалдыҡтар һәм себер түләмәһе менән ауырыған хайуандарҙы ерләү тураһында имеш-мимештәр рәсми рәүештә раҫланмай. Шул уҡ ваҡытта проектта бөтә хәүеф-хәтәрҙе бөтөрөүсе өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү ҡаралған.

– Әгәр геологик разведка ыңғай ҡарар ҡабул итеп, баҡыр ятҡылығы табылһа һәм Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә ҡалһа, инвестор “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте райондың иң ҙур һалым түләүсеһенә әйләнәсәк. Йыл айын муниципаль бюджтҡа һалым булараҡ 250 миллион һум аҡса килеп торасаҡ, – тине Таһир Бәхтегәрәев.

Ул компанияның проектты тормошҡа ашырыуға 40 миллиард һум аҡса һалырға әҙер булыуын, ә һалым түләүҙәре дөйөм алғанда 26 миллиард һум самаһы тәшкил итә алыуын хәбәр итте. Әбйәлил районы халҡы өсөн 1500 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Яңы эш урындары тағы ла күберәк булыр тип көтөлә (яҡынса 2-4 тапҡырға). Кешеләр комбинатты тәьмин итеү өлкәһендә эшләй ала (аҙыҡ-түлек һәм башҡа хеҙмәттәр). Инвестор теләгән һәр кемде, тәү сиратта йәштәрҙе, талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡытыуҙы яйға һалырға ниәтләй. Предприятие кадрҙар менән ҡыҙыҡһына һәм Әбйәлил районынан балаларҙы Өфө, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларының алдынғы юғары уҡыу йорттарына ебәрергә әҙер.

Таһир Бәхтегәрәев аңлатыуынса, район социаль өлкәне үҫтереүгә, юлдарҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә өҫтәмә финанс керемдәр йүнәлтә аласаҡ. Компания район хакимиәте менән социаль партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөргә һәм социаль объекттарҙы ремонтлауға, балалар баҡсалары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөүгә өҫтәмә аҡса һалырға ниәтләй (беренсе сираттағы йүнәлештәрҙе район властары билдәләйәсәк).

Алексей Воробьев иһә экологик хәүефтәрҙе юҡҡа сығарҙы. Мәҫәлән, яҡындағы бер йылға ла юғалмаясаҡ, булғандары ағышын үҙгәртмәйәсәк. Ә инде “Яҡтыкүл юҡҡа сығасаҡ” тигән һүҙҙәр бөтөнләй ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Комбинат төҙөлгән хәлдә, унда технологик һыу файҙаланыласаҡ һәм даими эшкәртеләсәк. Ҡайһы берәүҙәр “оҙон торбалар төтәп торасаҡ”, тип ҡурҡыта. Тау-байыҡтырыу компанияларында торбалар бөтөнләй ҡаралмаған, тимәк төтәп тороу ҙа булмай. Туҙан да ауылдарға янамай. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр булһа, уларҙы ныҡлап өйрәнәсәктәр һәм уларҙы шундай уҡ ландшафтлы икенсе ергә күсереп ултыртасаҡтар. Йыл дауамында уларҙың үҫеп китеү-китмәүе тикшереләсәк. Ғөмүмән, етештереү циклы тамамланғас бөтә эшкәртелгән ерҙәр рекультивация үтәсәк.

Фото: ГорОбзор. 

Автор:Альфия Мингалиева

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас